Мәғариф
31 декабрь 2020, 21:00

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Өфө ҡалаһында Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында ҡышҡы каникулда башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм телде дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 9-11-се кластар уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Өс көн буйына барған сарала Башҡортостандың 40 районынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән биш йөҙгә яҡын телһөйәр, илһөйәр уҡыусы ҡатнашҡан.

Өфө ҡалаһында Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында ҡышҡы каникулда башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм телде дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 9-11-се кластар уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Өс көн буйына барған сарала Башҡортостандың 40 районынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән биш йөҙгә яҡын телһөйәр, илһөйәр уҡыусы ҡатнашҡан.
Мәртәбәле бәйгелә һәр ҡатнашыусы үҙенсә тырышҡан, көсөн һалған. Улар тел һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса текстарға анализ эшләгән, бирелгән тема буйынса инша яҙған, тест һорауҙарына яуап биргән. Абруйлы жюри барлыҡ биремдәр һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙе асыҡлаған. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында Бәләбәй ҡалаһы 17-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ольга Гордеева (уҡытыусыһы Р.М. Ғиззәтуллина) абсолют еңеүсе тип билдәләнгән. Ул милләте буйынса рус, шуға ҡарамаҫтан, башҡорт телендә иркен аралаша, уҡый. “Мин Бәләбәйгә Мәсетле районынан килдем, 17-се урта мәктәптә беренсе йыл уҡыйым. Быға тиклем конкурстарҙа ҡатнашҡаным булды, тик еңеү яулағаным юҡ ине. Олимпиадала еңеүемә шатмын! Уҡытыусым Резеда Мөнир ҡыҙы, әсәйем әҙерләнергә ярҙам иттеләр, шуға биремдәр ул тиклем ҡатмарлы ла тойолманы. Уларға рәхмәтлемен”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Оля. Башҡорт теле уҡытыусыһы Резеда Ғиззәтуллина: “Ольга бик тырыш ҡыҙ. Телде яратып өйрәнә. Сараға үҙ аллы ла күп әҙерләнде, шуға уңыш яулаясағына ышандым”, – тине талантлы уҡыусыһы хаҡында.
Башҡорт гимназия-интернатынан Оксана Иванова (уҡытыусыһы Т. Ғ. Мәүлиева), 8-се урта мәктәптән Зебинисо Ботирова ла (Р.Х. Ғәлиева), маҡсатлы һәм ныҡлы әҙерлек эше алып барғандарын күрһәтеп, уңыштары менән шатландырған. Улар – 10-11-се кластар араһында призерҙар. Оксана гимназияға уҡырға Әлшәй районынан килгән, милләте буйынса татар ҡыҙы. Ә Зебинисо үзбәк ҡыҙы, башҡорт телен күптән өйрәнә. Остаздары Тәнзилә Ғайсар ҡыҙы менән Рәмзиә Хәмит ҡыҙы уларҙың тырыш булыуын, сараға ал-ял белмәй етди әҙерләнеүҙәрен белдерә. Шуға ҡыҙҙарға аҡыл һәм отҡорлоҡ бәйгеһендә бәхет йылмаймай ҡалмаған.
Шулай уҡ олимпиадала Башҡорт гимназияһынан Алһыу Ваһапова, Илһөйәр Әҡбәрова, 1-се гимназиянан Эвилина Сергеева көстәрен һынап ҡараған һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.
Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
(Под фото: З. Ботирова, А. Ваһапова, О. Гордеева, О. Иванова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе Т. Мәүлиева, Э. Сергеева, И. Әҡбәрова. Беҙ Бәләбәй намыҫын лайыҡлы яҡланыҡ!)
Алһыу Шәрипова
Читайте нас