Педагогик һөнәрҙә тормош – арыу-талыуҙы белмәҫ күңел хеҙмәте ул. Уҡытыусы яланында икмәк табыуы еңел түгел, әммә һөнәрен булмышы һәм юғары гражданлыҡ бурысы буйынса һайлаған педагог ысын-ысынлап күптәрҙең рәхмәтенә лайыҡ. Уның борсолоуҙар һәм тулҡынланыуҙар, һөйөнөстәр һәм көйөнөстәр, эҙләнеүҙәр һәм табыштар менән мөлдөрәмә тулы хеҙмәте – аҡыл һәм сабырлыҡҡа, һөнәри оҫталыҡ һәм кеше бөйөклөгөнә мәңгелек һынау. Уҡытыусы – белем биреүсе һөнәр генә түгел, шәхес ижад итеүсе, кешелә кешене раҫлаусы юғары миссия. Был һүҙҙәр ошо көндәрҙә юбилейын билдәләүсе гуманитар-техник колледж уҡытыусыһы Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы Вәлиәхмәтованың һайлаған һөнәренә мөнәсәбәтен тулыһы менән асып бирә.
Һөнәр һайлауға уға асылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләгән әсәһе йоғонто яһай.
1976 йылда Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы Сәмәрҡәнд педагогия университетын тамамлағандан һуң ул саҡта әле Бәләбәй педагогия училищеһына эшкә урынлаша.
Шунан бирле студенттарҙы шәхес булараҡ үҫешеүҙәренә булышлыҡ итеп, бөтөн йөрәген биреп, улар тормошонда тәрән эҙ ҡалдыра.
Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы – бер үк ваҡытта консерватор ҙа, новатор ҙа. Кем “иҫкене онотмайса, яңыны үҙләштерә”, шул кеше генә уҡытыусы була ала, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ул 1983 йылда мәктәпкәсә бүлек асыу башында торҙо, студенттар педагогик практика үтһен өсөн балалар баҡсалары менән бәйләнештәрҙе көйләне.
Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы заман менән бергә атларға ынтылыуҙы Рәсәй педагогикаһы традицияларына тоғролоҡ һаҡлау менән бергә үреп, уҡытыу эшенә инновацион яңылыҡтар индерә.
Сығарылыш студенттары уның исемен ғүмер буйы йөрәктәре түрендә йөрөтә, сөнки ул уларға белем донъяһына ишек асҡан, яратыуы һәм аҡылы менән йүнәлеш биргән кеше. Ул күп йылдар уҡытыуҙа бар алдынғылыҡты алға алып, эшенә күңел йылыһын, ихласлығын биреп, әхлаҡлылыҡ, мәҙәнилек өлгөһө булып ҡала.
Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы 35 йыл ғүмерен беҙҙең уҡыу йортона бирҙе: филологик цикл, мәктәпкәсә педагогика дисциплиналарын уҡытты, 17 йыл мәктәпкәсә бүлектең педагогик практикаһын етәкләне. Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы – халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, һәм бөгөн дә педагогик эшмәкәрлеген дауам итә, ҡала һәм район мәғариф учреждениелары педагогтары өсөн квалификация күтәреү курсын етәкләй.
Әлфиә Йәһүҙәй ҡыҙы үҙенең ике ҡыҙында ла педагог һөнәренә ҡарата һөйөү уятҡан. Улар ҙа урта һөнәри белем системаһында педагогтар булып эшләй.
Бәләбәй гуманитар-техник колледжының мәктәпкәсә бүлеге уҡытыусылары
(Под фото: Ә.Й. Вәлиәхмәтова)