Барлык яңалыклар
Мәҙәниәт
1 гыйнвар 2021, 02:00

Яҡтылыҡ булып ҡалды

Ифрат күңелһеҙ хәбәр килеп иреште: 72 йәше тулып уҙғас, ҡаты ауырыуҙан һуң Фәһим Минһажев вафат булған. Ул ғүмере буйы Бәләбәйҙә йәшәне һәм эшләне, ә ауырығас, тыуған яғында – Татарстандың Сүпрәле районында, Яр Саллыла туғандары тәрбиәһендә булды.

Ифрат күңелһеҙ хәбәр килеп иреште: 72 йәше тулып уҙғас, ҡаты ауырыуҙан һуң Фәһим Минһажев вафат булған. Ул ғүмере буйы Бәләбәйҙә йәшәне һәм эшләне, ә ауырығас, тыуған яғында – Татарстандың Сүпрәле районында, Яр Саллыла туғандары тәрбиәһендә булды.
Фәһим Хәсәнйән улы педагогик хеҙмәт ветераны ине, ул, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиәсе булараҡ, 40 йыл ғүмерен педагогия колледжында эшләүгә бағышланы. Йәшләй, Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡыған йылдарында уҡ әҙәби ижадҡа тартыла, шиғырҙар яҙа башлай. Иң емешле ижади осоро Бәләбәй педагогия училищеһында татар теле уҡытыусыһы булып эшләгән йылдарына тура килә. 1998 йылдан 2015 йылға тиклем ун – туғыҙ шиғыр һәм йыр китабы (“Иртәгәһе матур донъяның”, “Иңкеш һәм бал ҡорто”, “Сират кисеү”, “Яҡтылыҡ булып ҡалам”, “Йәшәү йәме”, “Ғүмер таңында”, “Осорҙар тауышы”, “Иҙел ҡыҙына”), бер сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы (“Үҙебеҙҙең моң”) яҙып-сығарып өлгөрҙө, “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһының Рифҡәт Усманов, Динис Бүләков исемендәге премиялары лауреаты исеменә лайыҡ булды. Тыуған ил һәм туған тел, заман һәм кеше, милләт яҙмышы, тәбиғәт һәм тыуған ер, йәшәү һәм үлем, кисә һәм бөгөн, әсә һәм бала... Бына уны борсоған һәм шатландырған, ҡулына ҡәләм алып, үҙ һүҙен, үҙ уй-фекерҙәрен әйтергә мәжбүр иткән ҡиммәттәр. Ул шул хаҡта яҙҙы, шулар менән йәшәне. Мөхәббәте һәм нәфрәте, юғалтыу-табыштары, һағыныу-һағыштары – бар булмышы шиғырҙарында. Әллә яңылыш, әллә яҙмыш – ғүмерен әҙәби ижадҡа, уҡытыу эшенә бағышлаған ижадсы, шиғырҙарында ҡатын-ҡыҙ образын ҡалҡыу сағылдырһа ла, ғаилә ҡороуҙы кәрәк тапманымы, бер яңғыҙы ғүмер кисерҙе.
“Бәләбәй уттары” әҙәби берләшмәһе ағзаһы Фәһим Хәсәнйән улы яңы шиғырҙарын күтәреп, редакцияға йыш килде, яңы сыҡҡан китаптарына сабый балалай шатланып, автограф яҙып, беҙгә бүләк итте.
Холоҡ-фиғеле менән намыҫлы, баҫалҡы, оялсан кеше ине ул. 2004 йылда Туймазы ҡалаһында сығарған шиғырҙар йыйынтығын “Яҡтылыҡ булып ҡалам” тип атаған. Йыры ҡалды, үҙе китте. Хәйер, үҙе лә уны белгәндәр күңелендә яҡтылыҡ булып ҡалды.



Читайте нас