Редакция проектлары
31 Декабря 2020, 21:00

Лауреаттар билдәләнде

2016 йылға йомғаҡ яһалды. Күркәм йола буйынса, редакция коллегияһы “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзитенең әҙәби премияларын тапшыра. Йәнә йәмәғәт хәбәрселәре билдәләнде.

2016 йылға йомғаҡ яһалды. Күркәм йола буйынса, редакция коллегияһы “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзитенең әҙәби премияларын тапшыра. Йәнә йәмәғәт хәбәрселәре билдәләнде.
Р.М. Усманов исемендәге премияға (татар һәм башҡорт телдәрендә яҙған авторға тапшырыла) Баймырҙа ауылынан Мансур Ғибаев – татар телендә шиғырҙар яҙа, гәзит менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итә – лайыҡ булды. М. Ғибаевтың әҫәрҙәре “Әҙәби Бәләбәй” китабына ингән.
Т.К. Максимова исемендәге әҙәби премия йыл һайын рус телендә яҙған әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһенә тапшырыла. 2016 йылда уға Эльвира Ҡаһирова лайыҡ булды. “БХ” биттәрендә автор спорт һәм сәләмәт тормош рәүешен даими яҡтырта. Э. Ҡаһирова “БХ” менән күптән түгел хеҙмәттәшлек итә башла-уына ҡарамаҫтан, үҙен ысын спорт хәбәрсеһе итеп танытты.
***
“БХ”-ның редакция коллегияһы 2016 йылғы Рөстәм Заманов (Иҙиәтуллин) исемендәге әҙәби премияны мәҫәлдәр циклы өсөн шағирә Ирина Мальцеваға (Дроздова) бирергә ҡарар итте.
Рус телендә ижад итеүсе авторҙың һәр әҫәренән нескә һәм тәрбиәүи юмор бөркөлә. Иғтибарлы уҡыусы ғәмәлдә бер төрлө булып, икенсе төрлө булырға тырышыуҙың көлкө булыуын шунда уҡ тойоп ала.
Мәҫәл – шаҡтай ауыр жанр, ул шиғыр төҙөү белемен генә түгел, ә фәлсәфи, мораль-этик һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрән белеүҙе талап итә. Ирина Мальцева мәҫәлдәрендәге аҡылға өйрәтеү кешене, персонажды кәмһетмәй, әммә уҡыған һәр кем уның кемгә ҡағылғанын яҡшы тоя. Афарин, Ирина Витальевна!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Р. Заманов (Иҙиәтуллин) исемендәге әҙәби премия баш мөхәррир иҫтәлегенә уның тыуған көнө алдынан 2008 йылдан алып иң яҡшы юмористик әҫәрҙәр өсөн бирелә. Быйыл уға 75 йәш тулған булыр ине.
“Бәләбәй хәбәрҙәре” хеҙмәткәрҙәре
Читайте нас