Барлык яңалыклар
Иҡтисад
1 гыйнвар 2021, 02:00

Аксаковтар ҡатнашмай ҡалмаясаҡ

Аксаков ауыл клубында халыҡ 2017 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының (ППМИ) өҫтөнлөклө проектын асыҡлау мәсьәләһе йәһәтенән йыйылыш уҙғарҙы. Көн тәртибендә программала ҡатнашыу; проект һайлау; өҫтәмә финанслауҙа халыҡ индерәсәк сумма; башлап йөрөү төркөмөн һайлау мәсьәләләре булды. Сарала республикала әлеге программаны ғәмәлгә ашырыуҙа координация ролен үтәгән БР Фәндәр академияһының Проект үҙәге консультанты Рәфил Аҫылғужин, Бәләбәй районы МР Советы депутаты Алексей Травницкий, ауыл советы депутаттары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Йыйылышты ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльвира Абдрахманова алып барҙы.

Йыйылышҡа тиклем халыҡ араһында 2017 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса конкурс һайлауында ҡатнашыу өсөн анкета һорауҙарына яуаптар алынған. Йөҙ респонденттың 92-һе юлдарҙы ремонтлау проекты яҡлы булған.
Клубта ауыл проблемаларына битараф ҡала алмаған 74 кеше йыйылғайны. Фекер алышҡандан һуң Малиновка микрорайонында Пушкин урамын төҙөкләндереү проекты һайланды. Унда асылда йәш ғаиләләр йәшәй, балалар күп, шуға яҡшы юл уларға бик кәрәк. Һөҙөмтәлә бер тауыштан ППМИ программаһында ҡатнашырға ҡарар ителде. Бер ҡаршы тауыш менән әлеге проект һайланды. Халыҡтан йыйыласаҡ сумма, ете кешенән торған төркөм дә билдәләнде. Шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығы 2016 йылғы проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Эльвира Борисовна әйтеүенсә, аукциондар уҙғарылған, килешеүҙәр төҙөлгән. Проект 2017 йылдың 31 майына ғәмәлгә ашырыласаҡ, 1 июндә мәктәп яны участкаһында тренажер һәм балалар уйын майҙансыҡтарын асыу ниәтләнә.

Читайте нас