Барлык яңалыклар
Иҡтисад
1 гыйнвар 2021, 02:00

Хеҙмәттәшебеҙ – “Ҡызыл таң” лауреаты

“Ҡызыл таң” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫма редакцияһы, 2016 йылда газетала донъя күргән очерктарҙы, публицистик яҙмаларҙы, әҙәби әҫәрҙәрҙе тағы бер тапҡыр барлап сыҡҡандан һуң, “Ҡызыл таң” лауреаттарын билдәләгән. Мәҡәләләре мөхәрририәттең һәм уҡыусыларҙың юғары баһаһын алған һәм ижади бәйгелә еңгән ҡәләм оҫталары араһында коллегабыҙ – яҙыусы һәм журналист Зәйфә Сәлихова ла бар. “Мәтәүбаштың рухи терәге” очеркы (№ 99) һәм йыл да-уамында баҫылып килгән әҙәби әҫәрҙәре өсөн ул “Ҡызыл таң” лауреаты” исеменә лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ һәм Зәйфә Мирғәзийән ҡыҙына артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас