Барлык яңалыклар
Иҡтисад
1 гыйнвар 2021, 02:00

Ул донъяны күреү бәхете бирә!

Редакция тормошо шулай ҡоролған, бында рәсми мәғлүмәт кенә түгел, халыҡ араһында йөрөгән хәбәрҙәр ҙә килеп ирешә. Кешеләр яҙа, шылтырата, хәл-ваҡиғаларын һөйләй, ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерә, һөнәри бурыстарын намыҫ менән үтәгән бәләбәйҙәрҙең исем-шәрифтәрен атай.

Уҙған йылда редакция коллегияһы беҙҙең райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән бер кешеһенә йыл һайын “Йәмәғәтселек таныуы” исемен биреү тәҡдиме менән сыҡҡайны. Һуңғы йылдарҙа юғары категориялы врач-офтальмолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы Олег Константинович Диреевтың адресына рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәттәр күп булды. Ул кешеләргә донъяны күреү мөмкинлеген ҡайтара! “БХ” версияһы буйынса “Йәмәғәтселек таныуы” исеме Олег Диреевҡа бирелә. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас